Тәмләнеп, һутҡа тулышып бешкән, ә уны бер кем дә өҙөп алмаған икән – алмаға бынан ни ҡыҙыҡ?! Шуға ла тиҙерәк уңышты йыйып алырға тырышабыҙ. Хуш еҫле, һутлы алма – тәмле генә түгел, бик файҙалы ла! Уларҙа кеше организмы өсөн кәрәкле булған витаминдар бик күп. Тик алма ни тиклем оҙағыраҡ ятһа, витаминдары ла шул тиклем тиҙерәк юғала. Иң яҡшыһы – был емештәрҙе шул килеш өҙөп ашау. Юҡҡа ғына “көнөнә бер алма ашаһаң – табип та кәрәкмәй” тимәгәндәр.
Был фотоларҙа коллегабыҙ Эльмира Мөхәмәтованың быйылғы бай уңышын күрә алаһығыҙ.
Хөрмәтле төркөмөбөҙ яҙылыусылары, һеҙ ҙә үҙ уңышығыҙҙың фотографиялары, алмаларҙан ҡайтанмалар, тәмлекәстәр рецептары менән бүлешегеҙ!
Эльмира Мөхәмәтова фотолары (“Ашҡаҙар таңдары”).