+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Июль 2021, 09:42

2020 йыл донъя иҡтисадына саҡырыу ташланы

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларын яҡлау” милли проекты сиктәрендә Wildberries компанияһы Ҡалаларҙы үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән берлектә эшҡыуарҙар өсөн маркетплейс ты файҙаланыу мөмкинселектәре тураһында уҡытыу вебинарын үткәрҙе.

Wildberries компанияһының GR проекттары етәксеһе Денис Алферов урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа биргән маркетплейстағы мөмкинселектәр һәм үҙенсәлектәр хаҡында һөйләне. Нефтекама ҡалаһы ҡала округы эшҡыуарҙары һәм үҙмәшғүл кешеләре онлайн режимда үҙҙәренең тауарҙарын маркетплейсҡа урынлаштырҙы, уларҙы һаҡлау варианттарын белде, һатыу юлдарын өйрәнде һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды.

Сығанаҡ: БР Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.

Читайте нас: