Өфөлә «Эшҡыуарлыҡ мәктәбе» тәүге 30 бизнесменды уҡытып сығарҙы. Улар «Минең бизнесым» үҙәгендә белем алды. Әле эшләп йөрөгән эшҡыуарҙар программа буйынса белемен камиллаштырҙы. Бушлай белем биреү сараһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Шуныһы мөһим: эксперттар менән бергә тыңлаусылар көнәркәшлек, маркетинг һәм планлаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе, ә финал этабында үҙ бизнесын үҫтереү һәм киңәйтеү планын төҙөнө.
- Был үҙенә күрә эшҡыуарлыҡҡа яңылыҡ индереү. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы әҙерләгән «Эшҡыуарлыҡ мәктәбе» тренингы үҙ эшен үҫтерергә, киңәйтергә йәки бизнес йүнәлешен алыштырырға теләгән реаль эшҡыуарҙарға тәғәйенләнгән. Әле проект сиктәрендә тағы 40 белем биреү сараһына теркәү үткәрәбеҙ, - тип аңлатма бирҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: «БашНьюс».