«Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә, "Экология" милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Ҡышлауйылға ауылы янындағы Тулғыҙ быуаһы янында 150 миләш һәм йүкә үҫентеһе ултыртылды.
Ултыртыу урынын урман ҡырҡыусылар аллеяһы тип атанылар. Был сара республика семинар-кәңәшмәһенә һәм Урман хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған урман киҫеүселәр конкурсына бағышланды. Асҡын районы бөтә республиканан йөҙ иллеләп урман хужалыҡтары вәкилдәрен йыйҙы.
Сара алдынан районға Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов килде. Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов оҙатыуында Марат Искәндәр улы райондың алдынғы урман сәнәғәтселәренең береһе Айбулат Абдуллиндың етештереү майҙансығы менән танышты, файҙаланылған ҡорамалдарҙы ҡараны.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: «БашНьюс»