+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Сентябрь 2022, 09:07

Башҡортостандың йыйылма командаһы XIV Бөтә Рәсәй йәштәр хәрби сәнғәт уйындарында беренсе урын алды

«Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү ҡағиҙәһе» федераль проекты сиктәрендә, 2022 йылдың 4 сентябренән 20-һенә тиклем Краснодар крайының Анапа ҡалаһында «Витязь» һауыҡтырыу спорт комплексында 15-17 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында, Бөтә Рәсәй йәштәр хәрби сәнғәте уйындары үткәрелә. Ярыштарҙа 23 хәрби сәнғәт һәм бергә-бер көрәш төрө буйынса 17 ауырлыҡ категорияһында бөтә илдән 5000 үҫмер ҡатнаша.

БР йыйылма командаһы 12-14 сентябрҙә сығыш яһап, дөйөм команда зачетында почетлы беренсе урын алды. Республика йыйылмакомандаһы составында - "Самбо-75" балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүсе Булатов Данил. Ул 45 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһындағылар араһында билбау көрәше ярышы йомғаҡтары буйынса, беренселектең бронза призеры булды. Спортсының тренеры  - Марсель Ғәлимов.

Бындай Бөтә Рәсәй йәштәр уйындарын үткәреү СССР халыҡтары Спартакиадаларының спортты үҫтереүҙең данлы йолаларын дауам итеү булып тора.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: «БашНьюс» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостандың йыйылма командаһы XIV Бөтә Рәсәй йәштәр хәрби сәнғәт уйындарында беренсе урын алды
Башҡортостандың йыйылма командаһы XIV Бөтә Рәсәй йәштәр хәрби сәнғәт уйындарында беренсе урын алды
Автор:Татьяна Зайнуллина
Читайте нас: