Дәүләт башлыҡтары йыл һайын ШОС саммиты уҙған Сәмәрҡәндтә осрашып аралашты. Рәсәй Президенты, Украина территорияһында барған ваҡиғаларға ҡарата Ҡытайҙың нейтраль позицияһын ихтирам итеүен һәм ни өсөн борсолоуын белдерҙе. Рәсәйлеләр Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитының нисек үтеүе һәм дәүләт лидерҙарының ниндәй һығымталарға килеүе менән ҡыҙыҡһына.
Пандемия башланғандан алып Си Цзиньпин өсөн Сәмәрҡәндкә эш сәфәре тәүге рәсми сәфәр булды. Рәсәй президенты менән һөйләшеүҙәр барышында Ҡытай лидеры Рәсәй Федерацияһының Тайванға ҡарата позицияһын юғары баһалауын, шулай уҡ Цзиньпин Көнбайыштың үҙ дәүләтенең эске сәйәсәтенә ҡыҫылыуына түҙмәйәсеген билдәләне.
Саммит барышында Путин һәм Цзиньпин илдәребеҙ бер-береһенә ярҙам итәсәге хаҡында һөйләшеп килеште. Бынан тыш, Владимир Путин Үзбәкстан президенты менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйҙы.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: ftimes.ru