«Артек»та «Демография» милли проекты сиктәрендә дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусылар араһында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивален ябыу тантанаһы үтте.
Ярыштарҙа Рәсәй Федерацияһының 71 субъектынан 555 бала ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының 8 кешенән торған йыйылма командаһы (Өфө ҡалаһы, Белорет ҡалаһы, Салауат ҡалаһы, Балтас районы, Көйөргәҙе районы, Бәләбәй районы) команда зачетында ҙур II урын яуланы.
Фестивалдә ҡатнашыусылар ГТО комплексына ингән дисциплиналарҙа - йүгереү, йөҙөү, көс гимнастикаһы, туп ырғытыу, оҙонлоҡҡа һикереү, электрон ҡоралдан атыуҙа ярышты. Балалар буш ваҡыттарында Рәсәйҙең билдәле спортсылары менән оҫталыҡ дәрестәрендә булды.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: БашНьюс.