-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Сентябрь 2022, 09:03

Путин Рәсәй суверен курсының үҙгәрешһеҙ булыуын билдәләне

20 сентябрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин сит ил илселәренән ышаныс грамоталарын ҡабул итеү тантанаһында Рәсәй үҙенең суверенлы курсынан баш тартмаясаҡ, тип белдерҙе.

20 сентябрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин сит ил илселәренән ышаныс грамоталарын ҡабул итеү тантанаһында Рәсәй үҙенең суверенлы курсынан баш тартмаясаҡ, тип белдерҙе.

«Рәсәйгә килгәндә, үҙаллы курсыбыҙҙан тайпылмайбыҙ. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Именлек советының даими ағзаһы булараҡ, артабан да халыҡ-ара берләшеү тәртибен алға этәрергә, заман саҡырыуҙарына һөҙөмтәле яуаптар эҙләүгә өлөш индерергә, төбәк конфликттарын көйләүгә булышлыҡ итергә ниәтләйбеҙ», - тине ул.

Рәсәй лидеры билдәләүенсә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 77-се сессияһында Рәсәй яғы тап ошондай позиция менән сығыш яһаясаҡ.

Шулай уҡ тантана барышында дәүләт башлығы, донъя эштәрендә гегемония мәңге дауам итә алмай, гегемония сәйәсәтенән һәм санкцияларҙан тәү сиратта, ярлы дәүләттәр яфалана, тип асыҡлыҡ индерҙе.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: «Известия» гәзите

Путин Рәсәй суверен курсының үҙгәрешһеҙ булыуын билдәләне
Путин Рәсәй суверен курсының үҙгәрешһеҙ булыуын билдәләне
Автор:Татьяна Зайнуллина
Читайте нас: