+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Сентябрь 2022, 09:01

«Йәш һөнәрмәндәр» - 2022 Х милли чемпионатының финалына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Йәш һөнәрмәндәр» - 2022 Х милли чемпионатының финалында ҡатнашты. Х Милли чемпионат ике форматта: Мордовия Республикаһының Саранск ҡалаһында көндөҙгө һәм субъекттар майҙансығында дистанциялы форматта үтте.

Башҡортостан Республикаһы Х Милли чемпионатты дистанциялы форматта 26 ярыш майҙансығында ойошторҙо, шуларҙың 18-е - төп йәш категорияһы (16-22 йәш) һәм 8-е - Юниор категорияһы өсөн (16 йәшкә тиклем).

Һәр компетенция буйынса ярыш майҙансыҡтары республиканың 12 профессиональ белем биреү ойошмаһы базаһында ойошторолдо. Улар - Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Бөрө ҡалалары һәм Әлшәй районы колледждары. Х Милли чемпионатта миҙалдар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы субъекттары рейтингында 5-се урынды биләп, тәүге унау иҫәбенә инде.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: БашНьюс.

«Йәш һөнәрмәндәр» - 2022 Х милли чемпионатының финалына йомғаҡ яһалды
«Йәш һөнәрмәндәр» - 2022 Х милли чемпионатының финалына йомғаҡ яһалды
Автор:Татьяна Зайнуллина
Читайте нас: