Башҡортостандың баш ҡалаһында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты ярҙамында Ибраһимов бульварын капиталь ремонтлау буйынса эштәр тамамлана.
Бөгөн Ибраһимов бульвары – сифатлы япмалы заманса магистраль. Участканың оҙонлоғо – 1,7 саҡрым. Эштәр башҡарыу сиктәрендә борт таштары яңыртылды, техник һыҙаттар йыһазландырылды. Белгестәр һыу үткәргестең, ямғыр канализацияһының, тышҡы канализация селтәренең, элемтә линияларының люктарын, шулай уҡ электр тапшырыу линияларының кабелдәрен алмаштырҙы. Шулай уҡ тышҡы электр утын яңыртыу, юл билдәләрен ҡуйыу буйынса эштәр башҡарылды.
Яңылыҡ сығанағы: https://rosavtodor.gov.ru/about/podvedomstvennye-organizatsii/fgbu-informavtodor
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/320001