+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Сентябрь 2022, 15:01

2023 йылдың беренсе яртыһына һәм тулайым 2023 йылға Бөтә Рәсәй яҙылыу декадаһы башлана

Башҡортостанда 2023 йылдың беренсе яртыһына һәм тулайым 2023 йылға Бөтә Рәсәй яҙылыу декадаһы башлана.

2023 йылдың беренсе яртыһына һәм тулайым 2023 йылға Бөтә Рәсәй яҙылыу декадаһы башлана
2023 йылдың беренсе яртыһына һәм тулайым 2023 йылға Бөтә Рәсәй яҙылыу декадаһы башлана

Башҡортостанда 2023 йылдың беренсе яртыһына һәм тулайым 2023 йылға Бөтә Рәсәй яҙылыу декадаһы башлана.

3 октябрҙән 13 октябргә тиклем республика халкы республика, ҡала һәм район баҫмаларына арзанға яҙыла аласаҡ. Яратҡан баҫмаларға традицион рәүештә почта бүлеге аша, онлайн да яҙылырға мөмкин.

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто өйҙән сыҡмайынса бер нисә минут эсендә гәзит- журналдарға яҙылыуҙы рәсмиләштерергә тәҡдим итә. Онлайн яҙылыу сервисынан rbsmi.ru сайтынан файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ «яҙылыу» бүлегенә инергә, гәзит йәки журналдың баҫма йәиһә электрон төрөн һайлап, яҙылырға.

Бынан тыш, гәзиткә яҙылыусылар бүләктәр конкурстарында ҡатнаша ала.

 «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто “Яҙыл һәм бүләк от” конкурсы үткәрә. Ҡатнашыу өсөн 2  республика, район баҫмаларына йәиһә https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә район йәки республика баҫмаһына яҙылыу мотлаҡ.  Һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бүләктәр 2023 йылдың ғинуар аҙағында Юлдаш телеканалының тура эфирында уйнатыласаҡ.

Ҡатнашыу өсөн ирекле формала 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы ур., 13, «Башҡортстан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се бүлмә адресы буйынса, йәиһә [email protected] электрон адресына заявка бирергә кәрәк.

Быға өҫтәмә рәүештә республика, район, ҡала гәзиттәре һәм журналдары редакциялары үҙ конкурстарын үткәрә, приздар уйната. Был хаҡта баҫмаларҙың биттәрендә йәки электрон ресурстарҙан ентеклерәк белергә мөмкин.

Приздар уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн 2023 йылға баҫмаларға 6 айҙан да кәмерәк булмаған осорға  яҙылыу зарур.

 

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: