-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2022, 09:07

Дәүләкән районы өлкән быуын вәкилдәре Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булды

«Демография» милли проектының «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» проекты сиктәрендә Дәүләкән районының өлкән быуын вәкилдәре өсөн Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап сираттағы экскурсия ойошторолдо.

Туристар Дуҫлыҡ монументына барҙы, ҡала тарихы менән танышты. Артабан ҡатнашыусыларҙың юлы тарихи үҙәк урамдары, Сергей Аксаков исемендәге баҡса аллеялары, Салауат Юлаев исемендәге баҡсалағы аҫылма күперҙәр аша үтте. Театр скверында ҡунаҡтар билдәле «Ете ҡыҙ» фонтанын ҡараны.

«Арт-квадрат» яңы туристик кварталы буйлап йөрөгәндә пенсионерҙар революцияға тиклемге һәм совет осорондағы ваҡиғалар, сауҙагәр ғаиләләренең тарихы хаҡында белде.

«Хәкимия» мәсете, генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле менән танышты.

Сәфәр республика баш ҡалаһының экзотик урыны - Өфө лимонарийы буйлап экскурсия менән тамамланды.

Яңылыҡ сығанағы: https://davlekanovo.bashkortostan.ru/

Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/331125

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: