-4 °С
Ясно
Общие статьи
14 Декабря 2022, 06:00

Туған телем

Туған телем хазина ла,Мөғжизә лә ул миңә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Туған телем хазина ла,
Мөғжизә лә ул миңә.
Мин башҡорт тип, ғорурланып
Йөрәгем минең тибә!

Ниндәй бәхет, милләттәш, тип
Өндәшеү туған телдә!
Шатланып ғәзиз телмәргә
Йәшәүе бергә-бергә!

Яралғанһың туған телем
Быуаттар төпкөлөндә.
Һаҡла телеңде, башҡортом,
Һөйләш туған телеңдә!
Гөлдәриә Йосопова.

Туған телем
Туған телем
Автор:Разина Акчурина
Читайте нас