АҠШ-ның ил оборонаһына сығымдары киләһе йылда киҫкен артасаҡ. Шундай инициатива менән президент Дональд Трамп сыҡҡан.
ххх
Венгрияның баш ҡалаһы 2024 йылда Олимпиада уйындарын үткәреүгә рәсми ғаризаһынан баш тартырға булған. Әгәр шулай булһа, Халыҡ-ара олимпиада комитеты ағзалары ике кандидаттың береһен –Парижды йәиһә Лос-Анд-желесты һайлаясаҡ.
ххх
Япония Хөкүмәте илдең төньяғында Корея Халыҡ- Демократик Республикаһының йәҙрә һынауҙарын күҙәтеүсе яңы станция урынлаштырырға ҡарар иткән. Уны йыл аҙағынаса сафҡа индереү планлаштырыла.
ххх
Украина президенты Украинаның Ҡырым халҡын ярҙамынан ҡалдырмаясағын вәғәҙәләй. Был турала ул социаль селтәрҙә белдергән.
ххх
Кисә Владимир Путин ҡыҫҡа турнеға юлланған, ике көн эсендә ул Ҡаҙахстанда, Тажик-станда һәм Ҡырғыҙстанда буласаҡ.
ххх
Иң түбән эш хаҡы күләме (МРОТ) өс-биш йыл эсендә эшкә һәләтле рәсәйленең йәшәү минимумы кимәленә етәсәк. Әле ул ҡулланыусылар кәрзине хаҡының яҡынса 70 процентын тәшкил итә. Хеҙмәт кодексы был ике дәүмәлдең тигеҙ булырға тейешлеген билдәләй.
ххх
Дәүләт Думаһы депутаттары сит ил туристарының һәм инвесторҙарының Алыҫ Көнсығышҡа инеүҙәрен ябайлаштырыу тураһындағы законды өсөнсө уҡыуҙа ҡабул иткән. Закон илебеҙ президенты ҡул ҡуйғандан һуң үҙ көсөнә инәсәк.
ххх
Оборона министры Сергей Шойгу Рәсәйҙә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн хәрби- спорт уйындарын тергеҙеү мөмкинлеге хаҡында әйтте. Ул “Зарница” уйынын бөтә ил уйнауы хаҡында иҫкәртеп үтте.
ххх
Владимир Путин БДБ дәүләттәренең Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү һәм бөтөрөү тармағындағы хеҙмәттәшлеге тураһындағы федераль закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға индергән. Документта хеҙмәттәшлектең төп формалары күрһәтелгән.