+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Донъяла
16 Ғинуар 2018, 12:15

Донъяла, илдә, республикала

Донъяла, илдә,республикала

Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды һәм Германияның Тәбиғәтте һаҡлау Союзы Германия сәйәси лидерҙарына “Северный поток-2” газ үткәргесен төҙөүгә бағышланған асыҡ хат яҙған. Экологтарҙың фекеренсә, торба үткәреү тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү менән янай, был эш туҡтатылырға тейеш.

ххх

Төньяҡ Корея Хамгён-Пукто провинцияһы Кильчжу өйәҙенең Пхунгери ауылы тирәһендәге йәҙрә полигонында көнбайыш туннелде тәрәнәйтеү буйынса эштәрҙе дауам итә. Спутниктар эшләгән һүрәттәрҙе анализлап, белгестәр төньяҡкореяларҙың йәҙрә һынауҙарын үткәреүгә әҙерлекте хуплауын белдергән.

ххх

Япония фермаларының береһендә ҡош грипы-Н5N6 вирусы асыҡланған. Властар 100 мең тирәһе ҡошто юҡ итергә тигән ҡарарға килгән. Кюсю утрауындағы Сануки ҡалаһы ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡоштарҙың күпләп үлеүе теркәлгән.

ххх

Уссурийск районында (Приморск крайы) нефть эшкәртеү заводы төҙөләсәк, ул крайҙағы йылылыҡ менән тәьмин итеү предприятиеларына арзан яғыулыҡ эшкәртәсәк. Урындағы нефть заводы крайҙағы йылылыҡ етештереү хаҡын түбәнәйтеү мөмкинлеген бирәсәк, тип фаразлана.

ххх

Рәсәйҙә алыҫ сит илдәрҙән килгән мигрант- водителдәр һәм гастарбайтерҙар аҙаясаҡ. Был турала ғинуарҙа үҙ көсөнә ингән хөкүмәт ҡарарҙарында яҙылған.

ххх

Хәҙер 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң икенсе һәм өсөнсө балаһы донъяға килгән ғаиләләр өсөн льготалы ипотека буйынса ставка йылына 6 процент тәшкил итәсәк. Унан юғарыраҡ процент дәүләт тарафынан субсидиялана. Дәүләт программаһы 2022 йылғаса ғәмәлдә буласаҡ, әммә быға тиклем ипотека ставкалары баҙарҙа ла 6 процентҡаса төшһә, программа ваҡыты еткәнсе кире ҡаралырға мөмкин.

ххх

РФ һәм ҠХР араһындағы сауҙа күләме 2016 йыл менән сағыштырғанда 20,8 процентҡа артып, былтырғы йомғаҡтар буйынса 84 миллиард долларҙан ашыу тәшкил иткән.

ххх

Йәйен Өфөлә йөрәк ауырыуҙарын дауалау буйынса тәүге Рәсәй-Ҡытай конгресы уҙасаҡ.


(Киң мәғлүмәт саралары материалдарынан).
Читайте нас: