+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Донъяла
21 Август 2019, 11:10

Башҡортостанда социаль учреждениеларға өлкән йәштәгеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн 18 махсус автомобиль тапшырҙылар

Тантана республиканың Хөкүмәт йортонда булды.“Демография” милли проектының “Өлкән быуын граждандарына системалы ярҙам күрһәтеү һәм уларҙың тормош сифатын арттырыу программаһын эшләү һәм тормошҡа ашырыу” төбәк проекты сиктәрендә Архангел, Иглин, Дүртөйлө райондарындағы өс өлкәндәр йорто яңы Газель Next автомобиле асҡыстарын алды. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында урынлашҡан “Именлек” Республика геронтологик үҙәгендә, психоневрологик интернаттарҙа, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы “Ғаилә” үҙәктәрендә һәм башҡа социаль хеҙмәттәрҙә лә махсуслаштырылған транспорт барлыҡҡа киләсәк.Газелдәр 380 килограмм ауырлыҡ күтәрә алған электр күтәргесе менән йыһазландырылған. Был ауыл пенсионерҙарын медицина учреждениеһына тиклем алып барып еткереү мөмкинлеген бирәсәк. Һигеҙ урынлы газелдә коляскала ултырыусы инвалидтар өсөн дә урындар ҡаралған.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#регпроектыбашкортостан
Читайте нас: