Ғариза биреүселәр офис хеҙмәткәрҙәренән Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында эшләү буйынса консультация ала аласаҡ. Әгәр ҙә ғариза биреүсенең порталда раҫланған учет яҙмаһы юҡ икән, уны Күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин. “Пилот” Өфөлә “Новомостовая” һәм “Аркада” залдарында, Күмертау һәм Ишембай филиалдарында ғәмәлдә. Ул 31 декабрҙә тамамланасаҡ. Акция йомғаҡтары буйынса электрон хеҙмәттәрҙе бөтә МФЦ офистарында ла файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Проект “Һанлы иҡтисад” милли проекты тормошҡа ашырыусы дәүләт идараһын цифровизациялауға бәйле, тип аңлаталар РГАУ МФЦ РБ-ла.