+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Донъяла
24 Февраль 2021, 12:06

Путин Лукашенко менән саңғы шыуҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Белоруссия башлығы Александр Лукашенко әңгәмәләшеүҙәренән һуң саңғыла һәм ҡаргиҙәрҙәрҙә шыуҙы. Президенттарҙың ял итеүен күрһәткән фотографиялар Кремлдең рәсми сайтында урынлаштырылды.

Белоруссия коллегаһына ял итергә Рәсәй Президенты тәҡдим иткән. Ә әңгәмә барышында улар Союздаш дәүләт сиктәрендә хеҙмәттәшлек, шулай уҡ коронавирус пандемияһына ҡаршы берҙәм көрәш тураһында фекер алышҡандар.
Рәсәй Федерацияһы Белоруссияға вакцина эшләү технологияһын биргән, уны Белоруссияла март айында уҡ эшләй башлаясаҡтар. Лукашенко шулай уҡ илдең көҙгә үҙ препаратын булдырыу ниәтен дә билдәләй.
#ВладимирПутин
#АлександрЛукашенко
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: kremlin.ru
Читайте нас: