Донъялағы хәл ҡатмарлаша, һәм һүҙ пандемия тураһында ғына түгел, терроризм һәм ҡоралланыуҙы контролдә тотоу системаһының деградацияһы тураһында ла бара, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, элекке төбәк конфликттары, шул иҫәптән Афғанстан һәм Яҡын Көнсығыштағы конфликттар яңыра.
Дәүләт башлығы Рәсәйҙең үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә асыҡ булыуын, бөтә илдәр менән дә эшләргә әҙер булыуын билдәләй. 2020 йылдың февралендә Путин халыҡ-ара хәлдең артып барыусы турблентлығы тураһында хәбәр иткәйне. Ул стратегик тотороҡлолоҡто тәьмин итеүгә йүнәлтелгән әүҙем ғәмәлдәр ҡабул итергә кәрәклеген билдәләгәйне.
Фото: Mikhail Klimentyev / Reuters