+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Донъяла
17 Июнь 2021, 10:08

АҠШла Путин һәм Байдендың осрашыуына йомғаҡ яһағандар

Рәсәй һәм АҠШ президенттары Владимир Путиндың һәм Джо Байдендың осрашыуы иғтибарлы, практик дискуссия булды, уның барышында илдәр лидерҙары төрлө мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алыштылар.

Рәсәй һәм АҠШ президенттары Владимир Путиндың һәм Джо Байдендың осрашыуы иғтибарлы, практик дискуссия булды, уның барышында илдәр лидерҙары төрлө мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алыштылар. Саммитҡа йомғаҡты АҠШ хакимиәте вәкиле эшләгән, тип хәбәр итә РИА Новости.
Чиновник һөйләүенсә, президенттар бер-береһенә алдан әҙерләп ҡуйылған тезистарын, теге йәки был тураһындағы монологтарын һөйләмәгән. «Улар ысын, аныҡ һәм ҙур ҡаршылыҡтар булған тармаҡтар тураһында һөйләштеләр», - тип бүлешә ул. Айырып алғанда, Путин һәм Байден Минск процесын урынынан ҡуҙғатыу тураһында әңгәмәләшкән. Әммә, хеҙмәттәшлектең ниндәй ҙә булһа һөҙөмтәләрен күрер өсөн бер аҙ ваҡыт үтергә тейеш, ти хакимиәте вкиле.
Бынан тыш, АҠШ һәм Рәсәй дипломатик вәкиллектәр эшендәге проблемаларҙы өйрәнергә килешкән, Сүриә буйынса хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышҡан. Тәү сиратта ул гуманитар коридорҙарҙан башланырға тейеш, тип өҫтәй Америка чиновнигы.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Reuters
Читайте нас: