+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Донъяла
21 Декабрь 2021, 11:31

Рәсәй Асыҡ һауа буйынса килешеүҙән рәсми рәүештә сыҡты

Рәсәй шәмбе, 18 декабрҙә, килешеү буйынса бурыстарын үтәүҙе туҡтатып, Асыҡ һауа буйынса килешеүҙән рәсми рәүештә сыҡты.

Рәсәй Асыҡ һауа буйынса килешеүҙән рәсми рәүештә сыҡты
Рәсәй Асыҡ һауа буйынса килешеүҙән рәсми рәүештә сыҡты

Рәсәй шәмбе, 18 декабрҙә, килешеү буйынса бурыстарын үтәүҙе туҡтатып, Асыҡ һауа буйынса килешеүҙән рәсми рәүештә сыҡты. Тейешле белдереү менән быға тиклем Рәсәй Федерацияһының Тышҡы эштәр министрлығы сығыш яһағайны.

          Элегерәк Мәскәү Асыҡ һауа буйынса килешеү ағзаларына был берлектә ағзалыҡ итеү вариантын ҡарарға мөмкинлек биреүсе шарттарҙы ҡуйғайны. Айырып алғанда, Рәсәй территорияһы өҫтөндә күҙәтеү осоштары һөҙөмтәләре буйынса алынған мәғлүмәттең өсөнсө дәүләттәргә тапшырылмауын, Рәсәй-Белоруссия миссиялары өсөн Европала АҠШ хәрби объекттары артынан ҡаршылыҡһыҙ күҙәтеүҙе гарантиялауҙы һорағайны. Әммә Мәскәүҙең талаптарына яуап булманы.

          Рәсәй президенты Владимир Путин илдең Асыҡ һауа буйынса килешеүҙән сығыуына 7 июндә ҡул ҡуйғайны. Закон 2020 йылдың ноябрендә АҠШтың был килешеүҙән сығыуына яуап булды.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Фото: Konstantin Kokoshkin / Global Look Press

 

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: