+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Донъяла
23 Декабрь 2021, 09:10

Путин Германияның яңы канцлеры менән телефон аша һөйләште

Рәсәй президенты Владимир Путин телефон аша Германияның яңы канцлеры Олаф Шольц менән һөйләште. Был турала Кремлдең сайтында хәбәр ителә.

          Әңгәмә барышында Путин ФРГ канцлерына Рәсәй яғының хәүефһеҙлек гарантиялары буйынса НАТОның көнсығышҡа артабан үтеүен һәм Рәсәй менән сиктәш илдәрҙә ҡорал системаларын урынлаштырыуын иҫкәртеүсе тәҡдимдәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ дәүләт башлығы АҠШ менән Рәсәйҙең һәм НАТО ағзалары булған илдәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары тураһындағы килешеү проекттары тураһында ла хәтергә төшөрҙө.

          «Рәсәй яғы ҡуйған бөтә һорауҙар буйынса ла етди һөйләшеүҙәр ойошторолор, тигән ышаныс бар», - тиелә хәбәрҙә.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Фото: Алексей Никольский / РИА Новости

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: