+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Донъяла
22 Февраль 2022, 11:23

Путин ДНР һәм ЛНР-ҙы таныу тураһындағы указдарға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй президенты Владимир Путин дүшәмбе, 21 февралдә, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын (ДНР һәм ЛНР) таныу тураһындағы указдарға ҡул ҡуйҙы. Был турала ул граждандарға «Россия 24» каналы эфирындағы мөрәжәғәте барышында белдерҙе.

         Бындай ҡарарҙы дәүләт башлығы Хәүефһеҙлек советының сираттан тыш ултырышынан һуң ҡабул итте.

         «Күптән Донецк халыҡ республикаһы һәм Луганск халыҡ республикаһының бойондороҡһоҙлоғон һәм суверенитетын танырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Рәсәй Федерацияһының Федераль йыйылышын был ҡарарҙы хупларға, һуңынан ике республика менән дә дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәрҙе ратификацияларға саҡырам», - тине президент.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Владимир Путин. Фото: Алексей Никольский / РИА Новости

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: