Рәсәй президенты Владимир Путин Сит ил эштәре министрлығына Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары менән дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыу тураһында әңгәмәләр үткәрергә ҡушты. Был турала ТАСС хәбәр итә.
«РФ Сит ил эштәре министрлығына Донецк яғы менән дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыу тураһында әңгәмә үткәрергә һәм килешеүҙе тейешле документтар менән рәсмиләштерергә», - тиелә указдар тексының береһендә. Икенсе документҡа ярашлы, министрлыҡҡа шулай уҡ Луганск менән дә әңгәмә үткәрергә ҡушылған.
Рәсәй президенты Владимир Путин дүшәмбе, 21 февралдә, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын таныу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Sputnik / Reuters