+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Донъяла
2 Март 2022, 14:44

Песков Путиндың стратегик көстәрҙең махсус дежур тороу режимы тураһындағы приказын баһаланы

Рәсәй президенты Владимир Путиндың Рәсәй көстәрен дежур тороуҙың махсус режимына күсереү тураһындағы приказы ике төрлө мәғәнәгә эйә түгел. Ҡабул ителгән ҡарарҙы дәүләт башлығының мәғлүмәт секретары Дмитрий Песков шулай баһалай, тип хәбәр итә ТАСС.

«Унда ике төрлө мәғәнә юҡ. Унда аныҡ итеп стратегик көстәргә хәрби дежур тороуҙың махсус режимына күсергә тиелгән», - тип аңлата Кремлдең рәсми вәкиле. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был осраҡта һүҙ юғары баш командующийҙың аныҡ командаһы тураһында бара.

Быға тиклем Путин Көнбатыштағы агрессив хәбәрҙәргә яуап итеп Оборона министрлығына Рәсәй көстәрен дежур тороуҙың махсус режимына күсерергә приказ бирҙе.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: