+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Донъяла
14 Март 2022, 11:04

Киевта Зеленский менән Путиндың осрашыу ваҡытын баһаланылар

Украина һәм Рәсәй президенттары Владимир Зеленскийҙың һәм Владимир Путиндың осрашыуы «бер аҙ ваҡыттан һуң» булырға мөмкин, тип билдәләй Украина лидеры офисы башлығының кәңәшсеһе Михаил Подоляк. Ваҡытты баһалап, ул осрашыуҙы мөмкин тиклем тиҙерәк ойоштороу теләге булыуын да билдәләй. Уның һүҙҙәрен РИА Новости килтерә.

         Әле Украина, хәүефһеҙлек гарантияларын баһалап, осрашыу өсөн урын эҙләй. Шулай уҡ Киев өсөн мөһим булған позицияларҙы иҫәпкә алып килешеүҙәр пакеты ла эшләнә. Һуңынан президенттар осрашып, килешеүҙең положениелары буйынса фекер алышасаҡ, ти Подоляк.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: