+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Донъяла
15 Март 2022, 09:25

Кремлдә Путин менән Зеленскийҙың осрашыу шарттарын атанылар

Рәсәй президентының мәғлүмәт секретары Дмитрий Песков Владимир Путиндың һәм Владимир Зеленскийҙың мөмкин булған осрашыуы шарттарын атаны. Уның һүҙҙәрен «Интерфакс» килтерә.

Рәсәй президентының мәғлүмәт секретары Дмитрий Песков Владимир Путиндың һәм Владимир Зеленскийҙың мөмкин булған осрашыуы шарттарын атаны. Уның һүҙҙәрен «Интерфакс» килтерә.

         Песков Кремлдә Путиндың Зеленский менән осрашыу мөмкинлеге булыуын бер нисә тапҡыр ҡабатлауҙарын хәтергә төшөрҙө. «Әммә беҙгә был осрашыуҙың һөҙөмтәһенең ниндәй буласағын, унда нимәләр буйынса фекер алышынасағын аңларға кәрәк», - ти ул.

         13 мартта Владимир Путин Төркиәләге коллегаһы Рәжәп Тайып Эрдоган менән телефон аша һөйләшкәндә Украина президенты Владимир Зеленский менән осрашырға ҡаршы түгеллеген белдергәйне.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: