Ошо көндәрҙә БР Экология министрлығы, Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм «Йәшел Башҡортостан» Республика экология проекты ярҙамында экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу тармағында иң яҡшы фәнни эшкә Бөтә Рәсәй студенттар конкурсына йомғаҡтар эшләнде.
Сара «Экология» милли проектының «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» төбәк проекты сиктәрендә үткәрелде.
-Конкурста Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Улар етди һынауҙар үтте, ауыр биремдәр башҡарҙы, ә белемдәре иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлек бирҙе. Ошондай еңеүҙәрҙән тәбиғәтте һаҡлау тармағында ҙур изге эштәр һәм үҙгәрештәр башлана, - тип һөйләй УДНТУҙың ООСРИПР кафедраһы мөдире Ирэн Туҡтарова.
Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлап, уларға артабан да уңыштар теләне.