+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Июнь 2021, 09:22
«Экология – һәр кемдең эше» халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр премияһына эштәрен балалар бөтә донъянан ебәргән
Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселеге быйыл яҙ булдырған «Экология – һәр кемдең эше» халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр премияһына Рәсәйҙән һәм донъяның башҡа илдәренән балалар 550-нән ашыу ижади эш ебәргән.
Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселеге быйыл яҙ булдырған «Экология – һәр кемдең эше» халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр премияһына Рәсәйҙән һәм донъяның башҡа илдәренән балалар 550-нән ашыу ижади эш ебәргән.
Ведомство башлығы премияның йәш быуындың экологик мәҙәниәтен һәм аңлылығын арттырыуға, шулай уҡ мәктәп уҡыусыларын һәм махсус учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәрҙе тәбиғәтте һаҡлау повесткаһына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән булыуын билдәләй.
Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы республика педагогтарын һәм балаларын «Экология – һәр кемдең эше» халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр премияһында ҡатнашырға саҡыра.
-Халыҡ менән эшләүҙең быға оҡшаш проекттары бар, улар эшләй һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Был «Экология» милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тулыһынса яуап бирә, - ти Республика балалар экологик-биологик үҙәге директоры Екатерина Кошелева.
Проектта ҡатнашыу өсөн
https://экологияделокаждого.рф
сайтында 2021 йылдың 1 октябренә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Премия тураһында тулыраҡ мәғлүмәт
https://xn--80afbcbeimqege7abfeb7wqb.xn--p1ai/
сайтында.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
https://ecology.bashkortostan.ru/
Читайте нас: