+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Экология
9 Июнь 2021, 09:33

Башҡортостанда алдынғы предприятиелар араһында иң яҡшы экологтарҙың исемдәрен атанылар

Ошо көндәрҙә «Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес-2021» XII Республика конкурсы үтте. Сара «Экология» милли проектының «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» төбәк проекты сиктәрендә үткәрелде.

Сараны ойоштороусылар һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл һайын үткәрелеүсе конкурс – был һөнәр вәкилдәре араһында тәбиғәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгестәрҙе асыҡлау ғына түгел, уларҙың хеҙмәтенә иғтибар йәлеп итеү ҙә.
Конкурс барышында ҡатнашыусылар ғәмәлдәге тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарын белеүҙең тикшереүен үттеләр, белемдәренең юғары кимәлен күрһәттеләр. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы конкурста бөтә ҡатнашыусыларға ла әүҙемлелектәре, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тармағында предприятиелар эшенең сифатын һәм һөҙөмтәлелеген арттырыуға тырышыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://ecology.bashkortostan.ru/
Читайте нас: