«Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты арҡаһында республикабыҙ урман янғындарын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы паркын яңыртыуын дауам итә. 2019-2021 йылдар эсендә урман янғындарына ҡаршы һәм урман хужалығы эштәре өсөн бөтәһе 102 дана техника һәм 487 дана йыһаз һәм инвентарь һатып алынған.
Пилотһыҙ осоу аппараттарының эш принцибы менән Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы колледжының 3 курс студенттары таныша алды. 2021 йылдың 29 ноябренән 18 декабренә тиклем улар Башҡортостан Республикаһы «Урман янғындары үҙәге» учреждениеһы базаһында «Пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу» белгеслеге профиле буйынса практика үтә.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://forest.bashkortostan.ru/