Башҡортостан Республикаһы Федоровка районы Бала Сытырман ауылында үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһын реконструкциялауҙы проектлау буйынса эштәр дауам итә. Объектты сафҡа индергәндән һуң 1,5 мең кеше сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.
Бала Сытырман ауылында үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһын реконструкциялауҙы «Экология» милли проектына ингән «Таҙа һыу» төбәк проекты ярҙамында башҡарыу планлаштырыла. Дүрт һыу алыу скважинаһын һәм һыу башняһын реконструкцияларға ниәтләйҙәр, 10,39 км оҙонлоҡтағы һыу менән тәьмин итеү селтәрен дә реконструкцияларға кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Таҙа һыу» төбәк программаһының маҡсаты – 2024 йылға Башҡортостанда сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ өлөшөн 86,6 проценттан 92,5 процентҡа тиклем күтәреү. Был күрһәткескә ирешеү өсөн республика территорияһында 29 һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөү йәки реконструкциялау планлаштырыла.
Яңылыҡ сығанағы: https://fedorovka.bashkortostan.ru/
Фото: Әлиә Ибраһимова.