Урман үҫентеләре орлоҡтарын әҙерләү – мөһим һәм яуаплы мәсьәлә, уны Башҡортостан Республикаһы урмансылары «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проекты сиктәрендә алып бара.
-Орлоҡтоң сифаты насар булһа, унан бер нимә лә үҫеп сыҡмаясаҡ. Беҙ «Рәсәй урман һағы» учреждениеһы филиалы - «Башҡортостан Республикаһының урманды һаҡлау үҙәге» менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм йыл һайын сәсеү сифатын баһалау өсөн урман үҫентеләре орлоҡтары партияларын алып киләбеҙ, – тип һөйләй «Әбйәлил урмансылыҡ хужалығы» учреждениеһы директоры Зариф Абдуллин. – Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса беҙгә уның сифаты тураһында документ тапшырыласаҡ.
Урман үҫентеләре орлоҡтарын әҙерләү питомниктарға ҡарағай һәм шыршы үҫентеләрен үҫтереп, төбәктең урман тергеҙеү эшендә мохтажлығын тулы күләмдә тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Яңылыҡ сығанағы: https://forest.bashkortostan.ru/
Әлиә Ибраһимова фотоһы.