

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин эш сәфәре барышында Стәрлетамаҡ районында булды. Унда ул хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Лилиә Шәйхетдинова менән «Экология» милли проектының «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә йыйылған экологик зыянлы объекттарҙы бөтөрөү буйынса эштәрҙе башҡарыу тураһында көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Шулай уҡ осрашыуҙа атмосфера һауаһын һаҡлау, таҙартыу ҡоролмалары буйынса мәсьәләләрҙе ҡараны, ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы эшенә ҡағылды.
-Әйләнә-тирә мөхитте һаҡлау өлкәһе, пандемияға ҡарамаҫтан, мөһим мәсьәләләре иҫәбендә ҡала. Беҙ муниципалитеттар менән берлектә эшләүҙе һәм «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә президенттың майҙағы указдарын тормошҡа ашырыу буйынса ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүҙе дауам итәбеҙ, - тип һөйләй Илдар Ғарифуллин. – Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын күмеү менән бәйле экологик зыянды кәметеү, әйләнә-тирә мөхиткә негатив йоғонтоно кәметеү, республика халҡының тормош сифатын яҡшыртыу төп момент булып ҡала.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://ecology.bashkortostan.ru