«Йәш һөнәрмәндәр» X Милли чемпионатының Финалында ҡатнашыу өсөн «Әйләнә-тирә мөхитте һаҡлау» компетенцияһы буйынса һайлап алыу ярыштары апрелдә Мәскәүҙә үтәсәк. Унда республикабыҙ исеменән Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 4 курс студенткаһы Алена Бектяшкина сығыш яһаясаҡ.
Конкурсанттар БР Экология министрлығының УГАК дәүләт аналитик лабораторияһы майҙансығында күнекмәләр үтәсәк, унда уларға приборҙар һәм инструменттар менән эшләү ысулдарын күрһәтәсәктәр, бысратыусы матдәләрҙе сығарыуҙы тикшерәсәктәр.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, сара «Экология» милли проектының «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» төбәк проекты сиктәрендә үткәрелә.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://ecology.bashkortostan.ru/