28 ғинуарҙа ВКС форматында Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһының уҡыу-методик йыйыны үтте. Төбәктең урман ведомствоһы етәксеһе унда 2021 йылдың янғын хәүефле миҙгеле буйынса йомғаҡтар һәм 2022 йылдың янғын хәүефле миҙгеленә әҙерлек тураһында доклад менән сығыш яһаны.
-2021 йылдың янғын хәүефле миҙгеле йомғаҡтарын иҫәпкә алып «Башҡортостан Республикаһы территорияһында тәбиғәт янғындарынан зыяндан янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса программа»эшләнде һәм ул Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә ҡарарға индерелде. Ул тәбиғәт янғындары сығыу хәүефе юғары булған райондарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе, шулай уҡ махсуслаштырылған техника һатып алыуҙы күҙаллай. Программа район хакимиәттәренең, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының, БР Урман хужалығы министрлығының, БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тығыҙ хеҙмәттәшлеге менән тормошҡа ашырыласаҡ, - ти Марат Шәрәфетдинов.
Билдәләп үтергә кәрәк, урман фондында янып китеүҙәрҙе булдырмау һәм тәбиғәт янғындарынан килгән зыянды кәметеү буйынса эште БР Урман хужалығы министрлығы «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренән сығып башҡара.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://forest.bashkortostan.ru/