2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы биргән заявка буйынса Урман хужалығы федераль агентлығы дөйөм майҙаны 4,9 млн гектар тәшкил иткән 25 урмансылыҡ территорияһында урмандан файҙаланыуҙы дистанцион мониторингылау үткәрә. Был Башҡортостан Республикаһы урман фонды майҙанының 85 процентын тәшкил итә.
Аэрокосмик төшөрөү нигеҙендә урмандан файҙаланыу торошон систематик күҙәтеү РФ Енәйәттәр кодексының 260 статьяһында ҡаралған енәйәттәрҙе һөҙөмтәле профилактикаларға, шулай уҡ ғәмәлдәге урман киҫеүҙәрҙең норматив-хоҡуҡи акттарға ярашлы булыуын тикшерергә, урмандан файҙаланыу процесында үҙгәрештәргә дусар булған урман фондының торошон билдәләргә мөмкинлек бирә, - тип билдәләй БР Урман хужалығы министрлығының федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтселеге бүлеге начальнигы Юнир Саҙиҡов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының төп маҡсатлы күрһәткесе - «2024 йылға урмандарҙы киҫеү һәм тергеҙеү балансын 100 процент кимәлдә тәьмин итеү».
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://forest.bashkortostan.ru/