+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Февраль 2022, 09:51

«Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһен ВКС барышында ҡаранылар

2022 йылдың 10 февралендә Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вахитов «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралған ВКС-та ҡатнашты.

         -«Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә республика урман янғындарын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы паркын яңыртыуҙы дауам итә, - тип билдәләй Венер Вахитов. – 2021 йылда күрһәтелгән милли проект сиктәрендә республикаға техника һәм йыһаз һатып алыуға 93,3 млн һум аҡса бүленгәйне. 34 махсуслаштырылған урман хужалығы һәм урман янғындарын һүндереү техникаһы, 52 дана йыһаз һәм 54 инвентарь һатып алынды һәм республиканың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында булған учреждениеларға тапшырылды.

         Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа 2019 йылдан бирле ҡатнаша.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://forest.bashkortostan.ru/

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: