«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ярҙам артынан Салауат ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Солтанов Радик мөрәжәғәт иткән. Ул «Салауат ҡалаһының Ялпой күле территорияһын төҙөкләндереү һәм уның ландшафт дизайны» инвестиция проектын тәҡдим иткән. Әлеге проектта шезлонгтар менән пляж, волейбол майҙансығы, кафе, балыҡсылар өсөн причал, ябыҡ барбекю, мангал зоналары урынлаштырыу күҙаллана.
Инвестиция проекттары һәм пландары яуаплы мөнәсәбәт талап итә, сөнки уларҙың дөрөҫлөгөнә буласаҡ бизнестың киләсәге бәйле. Бөтә ҡағиҙәләр буйынса эшләнгән проект – эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар таянасаҡ нигеҙ. Инвестиция проекттарын баһалау өсөн аҡса ағымдары һәм уларҙы ваҡыт буйынса бүлеү (тимәк, проекттың күпме табыш килтерәсәге генә түгел, ҡайһы ваҡытта икәнлеген дә иҫәпкә алырға кәрәк), проекттың хәүефтәре ҡарала.
Яңылыҡ сығанағы: https://salavat.bashkortostan.ru/