Сибай ҡалаһында шәхси эшҡыуар Наилә Рәхмәтуллинаны туризм тармағында әүҙем эшҡыуар булараҡ беләләр. 2020 йылдан башлап Наилә Ильяс ҡыҙы «Сайран» глемпинг-зонаһын ойоштороу буйынса проектын башлаған. Проект көнүҙәк, уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Сибай ҡалаһында этник стилдәге элементтары булған заманса ял зонаһы булдырылған.
Глемпинг-зона ҡунаҡтары этник стилдәге тирмәгә, мунсаға инә, боҙҙа шыуа, «Хаски» тоҡомло эттәр менән аралаша, мангал зонаһын һәм беседкаларҙы ҡуртымға алып тора ала.
«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты сиктәрендә ер участкаһы бирелгән. Наилә Ильяс ҡыҙы тағы ла ике тирмә урынлаштырырға планлаштыра.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://sibay.bashkortostan.ru/