+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Март 2022, 10:45

Өфөлә иң кескәйҙәр өсөн экодәрес үткәрҙеләр

Йәмәғәтсе-экологтар Өфө ҡалаһының 113-сө балалар баҡсаһында 6-7 йәшлек балалар өсөн сүпте айырым йыйыу буйынса экодәрес үткәрҙе. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды һәм БР Экология министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырылыусы «Башҡортостандың ЭкоЙөрәге» проекты сиктәрендә үтте.

         Уйын барышында балаларға сүпте айырым йыйыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, маркировкалар тураһында һөйләнеләр, сүпте нисек айырырға кәрәклеген практикала күрһәттеләр, сеймалдың сүптән нимә менән айырылыуын, пластик, ҡағыҙ һәм быяланы ҡайҙа тапшырып булыуын аңлаттылар.

         Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала экологик белем биреү һәм тәрбиә системаһын үҫтереү һәм уға ярҙам «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/ru/government/executive-authorities.php?ELEMENT_ID=298&

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: