+30 °С
Болотло
Экология
7 Октябрь 2022, 01:44

Ҡалтасы районы балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр тәбиғәтте һаҡларға өйрәнә

«Экология» милли проекты сиктәрендә эштәр тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатынан  төрлө йүнәлештәр буйынса алып барыла.

Ҡалтасы районы балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр тәбиғәтте һаҡларға өйрәнәҠалтасы районы балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр тәбиғәтте һаҡларға өйрәнә
Ҡалтасы районы балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр тәбиғәтте һаҡларға өйрәнә

«Экология» милли проекты сиктәрендә эштәр тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатынан  төрлө йүнәлештәр буйынса алып барыла.

Сүп-сарҙы утилләштереү һәм эшкәртеү проблемаһы бөтә донъяла көнүҙәк, шуға күрә тирә-яҡ мөхитте бысратыу проблемаһына ололарҙың ла, кескәйҙәрҙең лә иғтибарын йәлеп итеү мотлаҡ. Шулай, 2-се «Миләшкәй» балалар баҡсаһының өлкән төркөмө тәрбиәләнеүселәре «Ташландыҡ материалдан мода» конкурсында ҡатнашты. Ата-әсәләр балалары өсөн полиэтилен тоҡтарҙан ҡыҙыҡлы күлдәктәр әҙерләгән. Людмила Ғәзиева тәрбиәләнеүселәре өсөн «Сүп-сарҙы сорттарға айырабыҙ - тәбиғәтте һаҡлайбыҙ» темаһына дәрес үткәрҙе.

 

Яңылыҡ сығанағы: https://kaltasin.bashkortostan.ru/

Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/326302

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас