+17 °С
Ясно
Экология
10 Сентября , 04:23

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сығаБашҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға
Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

14 сентябрҙән Башҡортостанда «Урман» операцияһы башлана. Урман хеҙмәте инспекторҙарына хоҡуҡ һаҡлау органдары, шул иҫәптән юл полицияһы ярҙам итәсәк. Патрулдәр тәүлек буйына урмандарҙан сығыу урындарында һәм хәүефле урман участкаларында дежурҙа торасаҡ, тип яҙа "Башинформ". 

«Урман менән файҙаланыусыларҙың һәм йөк машиналары водителдәренең ағас әҙерләү һәм ташыу өсөн рөхсәт документтарының булыу-булмауын тикшерәләр», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында.

Сара «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә ойошторолған.

Хәбәр иткәнебеҙсә, ошо көндәрҙә республикала законһыҙ урман ҡырҡыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, зыян күләме 21 миллион һумға баһалана.

Фото: БР Урман хужалығы министрлығы | социаль селтәрҙәр

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2026-09-08/bash-ortostanda-urmansylar-r-hst-e-a-as-yr-yu-a-arshy-reydtar-a-sy-a-4663225

 

Автор:Алсу Тятигачева
Читайте нас