+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәттә, хеҙмәттә, татыулыҡта

Күп балалы әсә Әлфинә Ғәббәсова беҙҙең менән һөйләшкәндә бер тапҡыр ҙа ваҡыты етмәүгә зарланманы. Яҡындарын хәстәрләп йәшәү- уға шатлыҡ ҡына. Шуғалырмы, унан ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә. Мәшәҡәттәре байтаҡ булһа ла, бер ҙә ялсығанға оҡшамаған.

Гончаровкалар Әлфинә Ғиззәтулла ҡыҙын- һатыусы, ә тормош иптәше Рәмил Рауил улын ауыл Советы депутаты булараҡ яҡшы белә һәм ихтирам итә. 18 йыл тормош дәүерендә Ғәббәсовтар дүрт балаға ғүмер биргән.

Өлкәндәре- Раян 11 синыфта уҡый. Ул яҡшы итеп рәсем төшөрә һәм балта эштәре менән шөғөлләнә. Кесе һеңлеһе- өс йәшлек Алһыуҙың ҡурсаҡтары өсөн аш-һыу бүлмәһе гарнитуры һәм карауат эшләгән. Етенсе синыфта уҡыусы Радик спорт менән шөғөлләнә, волейбол буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Үҫеп килгән малайҙар ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә. Рәсүл- өсөнсө синыфта белем ала, ул йорт эштәрендә булыша.

Был татыу, ҙур ғаилә Рәмил Рауил улынының тыуған нигеҙендә уның әсәһе һәм һеңлеһе менән, бер-береһенә ярҙамлашып, йәшәй. Ғаилә башлығы Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Буш ваҡытында йорт төҙөй. Күп балалы ғаилә булараҡ, өс йыл элек Ғәббәсовтарға Фёдоровка ауылында участка бирелгән. Ғаилә өсөн шәхси ярҙамсыл хужалыҡтары ҙур ярҙам булып тора. Ихаталарында һыйыр, үгеҙҙәр, таналар, сусҡалар, йәйен ҡаҙ-өйрәк үҫтерәләр. Һөт һәм ит менән тулыһынса тәьмин ителгәндәр, һатыуға ла ҡала.

Ире эшкә киткәс, Әлфинә Ғиззәтулла ҡыҙы ҡул ҡаушырып ултырмай. Көн дә байтаҡ эштәр башҡара. Шундай мәшәҡәттәр араһында ла үҙенең яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба. Хәстәрлекле ире бүләк иткән тегеү машинаһында тегергә яратыуын әйтте. Өҫтәүенә, Әлфинә Ғиззәтулла ҡыҙы күп балалы әсә булыу- ҙур бәхет, ти. Бер юлы дүрт балаң һине килеп ҡосаҡлаһа, нидәй бәхет?! Күңелдәге шатлыҡ, мөхәббәт хистәре арыу-талыуҙы оноттора, күрәһең...

Читайте нас: