Һәр ғаиләнең үҙ юлы, үҙ шатлыҡтары, һөйөнөслө тарихы бар. Юлдаш ауылында йәшәүсе Әҙһәм менән Фәниә Әлибаевтарҙың ғүмер юлынан бергәләшеп атлауҙарына 67 йыл. Уйлап ҡараһаң, был бит үҙе бер ғүмер. Шул ғүмерҙе йәшәй белеү үҙе ҙур мәртәбә. Йылдар уҙған һайын балаларын, туғандарын, күрше- тирәләрен һоҡландырып йәшәй улар. Тормош юлдары уларҙың илебеҙ өсөн ауыр заманға тура килгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән михнәттәрҙе, аслыҡ, яланғаслыҡ, бар ғазаптарҙы ла кисерә. 1941 йылда аталары һуғышҡа алына, өс бала, апайҙары Маһира һәм ҡустыһы Сабит өс кенә йәштә әсәй ҡосағында ҡалалар. Әсәләре ел-ямғыр тигеҙмәй, тәртипле кешеләр итеп үҫтерә уларҙы. Аталарының һуғышҡа индем, тигән хаты килә, бүтән бер ҡағыҙ ҙа килмәй. Харьковта ерләнгәнен аҙаҡ ҡына беләләр.
-Эйе, яҙмыш беҙҙе бик иртә тормош арбаһына екте, - ти Әҙһәм ағай. -Бигерәк тә һуғыштан һуңғы йылдар ауыр булды, бер кешене бишкә бүлгән заманда йәшәнек. Беҙҙең быуын кешеләрен замана үҙе һынаны, ҡайҙа ҡуштылар, шунда эшләнек. Ул ваҡытта бер кемгә лә еңел түгел ине, көсө етер-етмәҫ балалар ололар менән бер рәттән тормош йөгөн егелеп тарттыҡ,-ти һөйләй ул.
1947 йылда 17 йәшендә уҡ тракторҙа эшләй башлаған. 18 йәшендә ошо уҡ ауыл ҡыҙына, егәрлелегенә күҙ һалып, өйләнергә була. 1952 йылда армия сафына алына, дүрт йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Ҡайтҡас та тракторға ултыра, ал-ял белмәйенсә пенсияға сыҡҡансы тракторсы булып эшләй.
- Ауылда биш тракторсы колхоз эшен алып барҙы. Мин уларҙың араларында иң олоһо инем, ти.- Иртән иртүк таңда сәғәт биштә Мәләүез ҡалаһына юл алабыҙ. Унан ташкүмер, брикет ташыныҡ. Сират көтөп, ҡарға батып, төн уратһында ҡайта торғайныҡ,- тип элеккеләрҙе иҫкә төшөрөп алды. Биш тракторсы араһынан ул бер үҙе иҫән-һау. Колхозды алға алып барған ауыл уңғандары Йәнебаев Рәхмәт, Мрәсев Ғабдулхай, Яйҡаров Минеәхмәт, Мырҙабаев Радик күптән инде арабыҙҙан баҡыйлыҡҡа күсте.
Фәниә апай ҙа бала сағынан уҡ башмаҡтар ҡарай, сөгөлдөр утай, ырҙын табағында эшләй. Һәр эштә лә уңғанлығын күрһәтә, пенсияға сыҡҡас та аш бешереүсе булып эшләй. Әле лә өй һылау-ағартыу эштәре менән мәш килеп йөрөй. Йәштәр һымаҡ бар эште лә үҙе башҡара. Икеһе лә йор һүҙле булыуҙары менән эштән ҡурҡмай донъя көтә улар. Дүрт бала үҫтереп, уҡытып оло юлға аяҡ баҫтырҙылар. Үҙ бурыстарын үтәнеләр. Оло улдары Әғләм уҡытыусы һөнәрен алып, ҙур урындарҙа, Мәләүез ҡалаһында ҡала мэры булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Икенсе улдары Саҙиҡ Бәләбәйҙә техникумда уҡып, оҙаҡ йылдар электрсы булып эшләне, уға ла 60 йәш, ә ҡыҙҙары Гөлсәсәк уҡытыусы һөнәрен алып Әлшәй районында уҡытып, 55 йәшен тултырып хаҡлы ялға сыҡты. Тормош юлдары һикәлтәһеҙ бумай шул. Иң бәләкәй улдары Ирек ҡаты ауырып 42 йәшендә мәңгелеккә хушлашты. Балалары үҙҙәре өләсәй-олатай бәхетен кисерәләр. Үткәндәр нисек кенә ауыр булмаһын, тормошота үҙ урындарын табып, бәхетле, парлы ғүмер юлы үтеү, ейәндәр ҡыуанысын күреү үҙе оло бәхет түгелме ни?! Фәниә апайға- 85, Әҙһәм ағай 87 йәшендә һаман да көр күңеллеләр, ҡартлыҡҡа бирешмәйҙәр.
Заман менән бергә атлайҙар. Гәзит, журналдар алдыралар, район, республика яңылыҡтары менән танышып баралар. Йорттары төҙөк, күркәм киләсәктә лә улар һау-сәләмәт, балаларына терәк-таяныс булып тағы ла оҙаҡ йылдар ғүмер кисерһендәр ине.