+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
19 Сентябрь 2017, 14:31

Башҡаса булдыра алмаған...

Бөтә ғүмерен ауылда йәшәп үткәргән кешелә ҡайһы саҡта, юҡҡа ҡалаға китмәгәнмен, уңайлыраҡ йәшәү урыны эҙләмәгәнмен, тигән үкенеү йәиһә ҡаланан ял итергә ҡайтҡан тиҫтерҙәренән көнләшеү тойғоһо барлыҡҡа килә. Ә бына мәҡәләм геройы Шәүҡәт Рәхимов был турала бер ҙә уйламаған.

Бөтә ғүмерен ауылда йәшәп үткәргән кешелә ҡайһы саҡта, юҡҡа ҡалаға китмәгәнмен, уңайлыраҡ йәшәү урыны эҙләмәгәнмен, тигән үкенеү йәиһә ҡаланан ял итергә ҡайтҡан тиҫтерҙәренән көнләшеү тойғоһо барлыҡҡа килә. Ә бына мәҡәләм геройы Шәүҡәт Рәхимов был турала бер ҙә уйламаған.

-Дедово 16-сы һөнәрселек училищеһында уҡып, водитель таныҡлығына армияға тиклем үк эйә булдым. Мәскәүҙең үҙендә хеҙмәт итеү бәхете тейҙе. Баш ҡаланы арҡырыға ла, буйға ла гиҙеп сыҡтым. Унда ҡалыу мөмкинлеге ул саҡта уҡ бар ине, әммә мин ауылды күберәк яратам. Өсбүләктәге һымаҡ тәбиғәт, саф һауа бер ерҙә лә юҡ, -ти ул тулҡынланып.

-Ғаиләләре менән ауылдан китеүҙәре үкенесле. Бында шулай уҡ йәшәргә, эшләргә була. 1987 йылдан алып йөк ташыу машинаһында эшләйем. Әле комбайн аҫтынан иген ташыйым. Яҙын сәсеүлеккә сәскестәргә иген илтәм. Йәйен- химик утауҙамын. “Өсбүләк” йәмғиәтендә рәсми эшкә теркәлгәнмен, “аҡ эш хаҡы” алам, ҡәнәғәтмен. Һөт ташыу машинаһында, КамАЗда эшләгәнем булды. Бер ара малсылыҡ фермаһында эшләнем. Ҡайһы саҡта ауыр була торғайны. Ә ҡайҙа еңел һуң ул? Беҙ булмаған ерҙә еңел, тигән әйтем бар. Ғүмерем заяға үтмәне, тип иҫәпләйем. Ауылым өсөн эшләнем, ауылдаштарыма ярҙам иттем. Хеҙмәтемде Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланылар, был награданы Һабантуйҙа тапшырҙылар,- тип ҡыҫҡаса бәйән итте үҙе хаҡында әңгәмәләшсебеҙ.

Шәүҡәт Шәкүр улы Рәхимов- өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны Гөлүсә Фәрғәт ҡыҙы Өсбүләк мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ҡыҙҙары ҙур инде.

Кеше бәхетле икән, уның ҡайҙа йәшәүе мөһим түгел. Әгәр тыуған ерендә йәшәһә, был икеләтә ихтирамға лайыҡ. Сөнки шундай ябай, баҫалҡы һәм ышаныслы кешеләр ауылды-кесе тыуған илебеҙҙе йәшәтә лә инде. Уларға дан һәм хөрмәт!


Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Автор фотоһы.




Читайте нас: