-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
22 Сентябрь 2017, 12:45

Матур булып атһын таңдарың

Әсәйебеҙ Хәликәева Рәзифә Тимербәк ҡыҙы 1932 йылдың 15 сентябрендә Ҡораласыҡ ауылында Тимербәк бабай менән Хәбибъямал өләсәйебеҙҙең ҙур ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. Тырыш, уңған, ярҙамсыл ҡыҙ, һуғыш осороноң аслы-туҡлы ауыр михнәттәрен иңендә татып үҫә. 1951 йылдың октябрендә Үрге Яуыш ауылы етеге Хәкимуллаға кейәүгә сыға. Улар 59 йыл бергә йәшәп, дүрт бала- өс ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Балаларына тәрбиә биреп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Балалары һәр береһе үҙ парын табып, донъя көтә, эш урындарында намыҫлы хеҙмәт итәләр, яуаплы кешеләр.

Әлеге көндә әсәйебеҙ үҙ йортонда ғүмер кисерә. Барыбыҙҙы ла тартып тороусы йылы усаҡҡа тиң ул, ауылдың ағинәйе биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, балаларына хәйер-фатиха теләп ултыра.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өй эсендә лә, баҡсаһында ла гөлдәр үҫтерә. Зиһене төплө, теүәл. Уҙған ғүмерен иҫкә алып, күп кенә ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һөйләргә ярата.

Әсәйебеҙ ауылдаштары, күршеләре менән яҡшы мөнәсәбәттә, шуға ла үҙен хөрмәт итәләр. Ғаиләбеҙ күп тармаҡлы мөхәббәт ағасы шикелле, киң ҡолас алды, ишәйҙе: ейәндәре, бүләләре менән бергә йыйылғанда 50-нән ашыу кеше булып китәбеҙ. Әсәйебеҙ уларҙың барыһын да һөйә, исемдәре менән генә яратып өндәшә.

Һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ! Һин-тормошобоҙ маяғы, йәшәйешебеҙҙең йәме. Ошо оло 85 йәшлек юбилейыңда һиңә киләсәктә лә тормошобоҙға матурлыҡ өҫтәп, беҙҙең шатлыҡ-һөйөнөстәргә ҡыуанып, һау-сәләмәт йәшәүеңде теләйбеҙ.

Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың

Матур булып атһын таңдарың.

Рәхәт йәшә, игелеге тейһен,

Һиң үҫтергән һәр бер балаңдың!

Балаларың, ейәндәрең.

Йомағужа, Фёдоровка, Үрге Яуыш.

Читайте нас: