Тыуған яғының алтын башаҡлы, икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙарына Олег Иванович Асабин мәктәп йылдарында уҡ һоҡланып баҡҡан (Кузьминовка ауылы). Йәйге каникул ваҡытында атаһы-комбайнсы янында штурвалсы булып эшләгән. Ырҙын табағына иген ташыған шоферҙар менән бер кабина эсендә ултырып йөрөгән сағы ла булған.
Һөнәри водитель булыу теләге менән Күмертау ҡалаһы ДОСААФ автомәктәбенә уҡырға ингән. Армиянан ҡайтҡас, Калинин ис. колхозға эшкә урынлашҡан. Тәүҙә ГАЗ-52 автомобилендә тәжрибә туплаған. Шунан ГАЗ-53-ға күскән, йыл да иген һәм башҡа ауыл хужалығы йөктәрен ташыуҙа ҡатнашҡан.
Бына инде һигеҙ йылдан ашыу Олег Иванович “Азат” йәмғиәтендә КамАЗ-да йөрөй. Йыл әйләнәһе ауыр йөк ташыу менән мәшғүл. Яҙын- сәсеүҙә, йәйен- мал аҙығы әҙерләүҙә, көҙөн ураҡта ҡатнаша. Ҡышын ҡалаларға оҙайлы рейстарға сыға. Күптән түгел Воронежға ырҙын табағы өсөн- йыһаздар, Ульяновскиға орлоҡ материалы артынан барған.
Эшһөйәр, башҡарыусан, дисциплиналы водителде коллективта ихтирам итәләр, баһалайҙар. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Олег Иванович БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Профсоюз ойошмаһынан да грамотаһы бар. Өҫтәүенә, ул өлгөлө ғаилә башлығы ла. “Азат” йәмғиәтендә һауынсы булып эшләгән ҡатыны Татьяна Ивановна менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Үҙ эшен Олег Иванович яратып башҡара, ауыр тип һанамай. Ауыл хужалығында эшләргә ярата, водитель һөнәре уның күңеленә хуш килгән.