Зарядка эшләүҙең, һыуыҡ һыу менән ҡойоноуҙың файҙаһы хаҡында Зинаида Манзурова кемдәндер ишетеп кенә белмәй. Был процедуралар уның өсөн көн һайын сынығыу ғына түгел, ә ҙур кинәнес тә.
Ул иртән зарядка эшләүҙе күптән инде ғәҙәтенә индергән, ә бына һыу менән йылдан ашыу ҡойона.
-Хәтерләмәйем, берәйһенән ишеттемме икән, бәлки, уҡығанмындыр, ҡыҫҡаһы, һалҡын һыу менән ҡойоноуҙың файҙалы булыуына хәбәрҙар булдым. Шунан, башҡалар булдырғанды мин булдыра алмайыммы ни тип, үҙемде һынап ҡарарға булдым. Тәүҙә 2-3 сүмес һыу менән генә, бер аҙнанан һуң – бер биҙрә һыу менән ҡойона башланым. Шулай итеп өйрәнеп тә киттем. Хәҙер 2-3 тапҡыр ҡойоноу ҙа минең өсөн бер ни түгел. Ышанырһығыҙмы, юҡмы, шулай итеп сыныға башлағандан бирле тымауҙың, һыуыҡ тейеүҙең нимә икәнен оноттом, грипп менән дә ауырығаным юҡ,- тип һөйләй ҡатын.
Бынан тыш, Зинаида Афанасьевна тибет гормональ гимнастикаһы менән дә шөғөлләнә икән. “Ул да яҡшы ярҙам итә. Организм да ваҡыт үтеү менән күнекмәләргә өйрәнә”,- ти ул. Был аралашыусан һәм мөләйем ҡатын иммунитетты нығытыу өсөн үҙ кәңәшен дә бирҙе:
- Һәр иртә һайын ас ҡарынға бер стакан йылы һыуға бер ҡалаҡ бал һалып бутап эсегеҙ,- тине ул.