-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
29 Сентябрь 2017, 12:23

Бәхет алмаһы

Әле торған өйҙәрен алғас та улар уның алдында алмағас ултыртҡан. Алмаҡайҙары ел-дауылдарға бирешмәҫ булып үҫеп киткән, күп тә үтмәй, хужаларының хәстәрлеге арҡаһында емеш тә бирә башлаған. Ошо ағас эргәһендә Бала Сытырман ауылынан ирле- ҡатынлы Вәлиевтар матур беседка эшләп ҡуйған, унда буш ваҡытта ял итергә, ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға була.

Әле торған өйҙәрен алғас та улар уның алдында алмағас ултыртҡан. Алмаҡайҙары ел-дауылдарға бирешмәҫ булып үҫеп киткән, күп тә үтмәй, хужаларының хәстәрлеге арҡаһында емеш тә бирә башлаған. Ошо ағас эргәһендә Бала Сытырман ауылынан ирле- ҡатынлы Вәлиевтар матур беседка эшләп ҡуйған, унда буш ваҡытта ял итергә, ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға була.


Сәнғәт һуҡмағынан

Күптәргә Рәйфә Вәлиева Бала Сытырман мәктәбенең элекке уңышлы директоры булараҡ таныш, әле ул район башҡорт ҡатындарының “Ағинәйҙәр” берләшмәһе етәксеһе булып тора. Оҫта етәкселек итеүе арҡаһында был ойошмалар райондың башҡа коллективтары һәм халҡы араһында абруй һәм ихтирам ҡаҙана.

Вәлиева Рәйфә Фирғәли ҡыҙы 1952 йылдың 2 октябрендә Яңы Яуыш ауылында тыуған. Ата-әсәһе ябай ер эшсәндәре булған. Әсәһе быҙау ҡараусы булып эшләгән, атаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында зенит-ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Һуғыштан һуң оҙаҡ йәшәмәгән- Рәйфәгә 2,5 йәш булғанда, ҡатынын һәм дүрт ҡыҙын ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскән. Рәйфә Фирғәли ҡыҙы тәүҙә тыуған ауылында белем алған, шунан Бала Сытырманда уҡыған. 1974 йылда Стәрлетамаҡ пединститутын башҡорт, рус теле һәм әҙәбиәте телдәре уҡытыусыһы белгеслеге буйынса тамамлаған. Студент йылдарында уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Каникул ваҡытында Стәрлетамаҡ халыҡ театры менән республика буйынса гастролдәрҙә йөрөгән. Шул ваҡытта буласаҡ ире- баянсы Ғаяз Әнүәр улы менән танышҡан да инде. Ғашиҡтар өйләнешкән, Рәйфә Фирғәли ҡыҙы диплом алғанда уларҙың йәш ярымлыҡ ҡыҙҙары Зөлфиә булған инде. Йәштәр йүнәлтмә буйынса иренең тыуған яғына эшкә киткән. 1974-1977 йылдарҙа Ғафури районы Ҡурғашлы урта мәктәбе директорының уҡытыу буйынса урынбаҫары була. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын үҙешмәкәр хор коллективтары етәксеһе белгеслеге буйынса тамамлаған тормош иптәше ауылдың клуб мөдире булып эшләй. Был йылдарҙы Вәлиевтар тормоштарының иң күңелле, ҡыҙыҡлы мәле тип хәтерләй. Бөтә байрамдар, бал-маскарадтар шул тиклем дәртле, йәнле үтә торған булған.


Бала Сытырман ауылының “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары исеменән -

Резеда Исмәғилева.



Читайте нас: